Яңыртылған Шагит Худайбердин йорт-музейы ҡунаҡтары өсөн ишектәрен асты. Өфөлә төплө ремонт һәм яңы экспозиция эшләнгәндән һуң билдәле партия һәм дәүлет эшмәкәре, Башҡортостандың эске эштәр наркомы, яҙыусы һәм журналист, Башҡортостан Республикаһын ойоштороусыларҙың береһе булған Ш.А. Худайбердин йорт-музейы асылды. Музей дүрт экспозиция залынан тора: беренсе залда ҡунаҡтар республика дәүләтселеге барлыҡҡа килеү тарихы менән танышасаҡ, мемориаль зал Шагит Худайбердиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған, өсөнсө зал уның ижад мираһы һәм уның исемендәге премия лауреаттары тураһында һөйләй.
Тарихи-архитектура иҫтәлеге мезонин бүлмәһендә XIX–XX быуат сиктәрендәге «иҫке» Өфөгә һәм йорттоң тәүге хужалары — Слотовтар ғаиләһенә арналған экспозиция урынлашҡан. Заллың айырым бүлеге Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, балерина һәм педагог Тамара Шагитовна Худайбердинаның ижад мираһын яҡтырта.
Йорт-музей ишегалдында Шагит Худайбердиндың бюҫты ҡуйылды — был Баймаҡ районы хакимиәтенең бүләге. Скульптура бер ваҡыттар хәҙер инде йоҡ булған Ш. Худайбердин исемендәге машина эшләп сығарыу заводы территорияһын биҙәп торған. Ваҡыт үтеү менән зыян күргән бюстты Башҡортостан Милли музейы рәссамы Анатолий Фадеев реставрациялаған.